Туган тел
Февраль 27, 2024
Просмотров: 16
3-сө лицейҙа Туған телдәр көнөнә арналған саралар дауам итә. Бөгөн 1-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт телендә "Туған телем " исемле матур әҙәби сара үтте. 2-се һәм 4-се класс уҡыусылары өсөн 1-се ҡала китапханаһы китапханасыһы Гөлсәсәк Ирек ҡыҙы күңелле, мауыҡтырғыс интеллектуаль уйын ойошторҙо.Уйынды мәҡәлдәр, әкиәттәр, ребустар, йомаҡтар сисеү бигерәк йәнләне.Был сараларҙың маҡсаты уҡыусыларҙың тел тураһында белемдәрен арттырыуға, логик фекерләү кимәлен үҫтереүгә, тыуған илгә һәм телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.