Һаумы, һаумы, әкиәт!
Апрель 7, 2023
Просмотров: 35
5 апрель 3-сө лицей базаһында башҡорт телен, мәҙәниәтен, ижадын яратыусылар араһында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы үтте. Конкурсты йыл һайын 3-сө лицей базаһында үткәреү матур традицияға әйләнде. Конкурста ҡала һәм район мәктәптәренән бөтәһе 30 ашыу бала ҡатнашты.
Уҡыусылар был конкурсты көтөп алалар, теләп ҡатнашалар. Сөнки был конкурс матур Әкиәт байрамына әйләнә. Балалар әкиәтте һөйләп кенә ҡалмайҙар, үҙҙәре әкиәт геройҙарына әйләнәләр.
Беҙҙең 3-сө лицейҙан ике уҡыусы ҡатнашты, 2-се А класы уҡыусыһы Булатова Рузалина менән 2-се В класы уҡыусыһы Ғәбдинов Сыңғыҙ. Улар матур сығыштары менән һоҡландырҙылар, яҡшы
һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Икеһе лә призер булды.
Әкиәт тыңлап, әкиәт һөйләп үҫкән бала әҙәпле, әхлаҡлы, рухлы булып үҫә. Унда туған телгә, тыуған ергә мөхәббәт нығына. Балаларыбыҙҙы әкиәттән айырмайыҡ!
Уҡыусылар был конкурсты көтөп алалар, теләп ҡатнашалар. Сөнки был конкурс матур Әкиәт байрамына әйләнә. Балалар әкиәтте һөйләп кенә ҡалмайҙар, үҙҙәре әкиәт геройҙарына әйләнәләр.Беҙҙең 3-сө лицейҙан ике уҡыусы ҡатнашты, 2-се А класы уҡыусыһы Булатова Рузалина менән 2-се В класы уҡыусыһы Ғәбдинов Сыңғыҙ. Улар матур сығыштары менән һоҡландырҙылар, яҡшы
һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Икеһе лә призер булды.
Әкиәт тыңлап, әкиәт һөйләп үҫкән бала әҙәпле, әхлаҡлы, рухлы булып үҫә. Унда туған телгә, тыуған ергә мөхәббәт нығына. Балаларыбыҙҙы әкиәттән айырмайыҡ!